Ауырғазы районында ауыр хәлдә ҡалған йөклө ҡатындарға һәм әсәләргә ярҙам күрһәтеү үҙәге эшләй
Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп булыуға бәйле, йорттоң икенсе ҡаты төҙөкләндерелә башланған. Әлеге ваҡытта үҙәктә бәлиғ булмаған балалары менән ике әсә йәшәй. Уларҙың береһе Түбәнге Новгород ҡалаһынан килгән. Тормош иптәше хөкөм ителгәс, ҡатын ике балаһы менән урамда тороп ҡала. Барыр урын тапмағас, ул кризис үҙәгенә мөрәжәғәт итә.
Ольга Кунаева: “Үҙәктә беҙҙе үҙ ғаиләһенә һыйындырған кеүек йылы ҡаршыланылар. Бында биш ай самаһы йәшәйем. Әлбиттә, тәүҙә сит яҡҡа килеү ҡурҡытты, икеләндем дә. Әле бөтөнләй үкенмәйем. Ҡайһы саҡта ҡайтҡы ла килмәй китә. Ярҙам күрһәткәндәре өсөн барыһына ла рәхмәтлемен”.
Ғаиләләрендә иҙелеүҙән һәм йәберләнеүҙән ыҙа сиккән ҡатындар өсөн кризис үҙәге ишектәре һәр саҡ асыҡ. Үҙәк урындағы меценат Денис Мигаль тарафынан уның әсәһенең йортонда асылған. Бөтә сығымды ойоштороусы үҙ өҫтөнә алған. Бында төрлө дини кофессиялар вәкилдәре килә. Үҙәктә йәшәү бушлай. Әммә хеҙмәткәрҙәр һәр төрлө ярҙамды - йылы кейемдәр, аҙыҡ-түлекте һәм балалар уйынсыҡтарын ҡыуанып ҡабул итә.
Автор: Азат Ғәлиуллин.
Источник: https://bash.news/news/99767_auyrazy_rajonynda_auyr_xld_alan_jkl_atyndara_m_slrg_yaram_krte_ge_eshlj?lang=bash